azlyrics.biz
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

dez (rus) - яҡын (close) lyrics

Loading...

[«яҡын» йырының һүҙҙәре]

[текст песни яҡын»]

[ҡушымта]
әгәр билайн яуапһыҙ, ярҙамға килер мтс
әгәр бәләгә тарыһаң, дуҫтар, әйтерһең, мчс
ебәрәм «s.o.s.» + тимәк, бары булыр тигеҙ
мин ышанам һәр саҡ, минең өсөн дуҫтар килер
әгәр билайн яуапһыҙ, ярҙамға килер мтс
әгәр бәләгә тарыһаң, дуҫтар, әйтерһең, мчс
ебәрәм «s.o.s.» + тимәк, бары булыр тигеҙ
мин ышанам һәр саҡ, минең өсөн дуҫтар килер
[куплет]
телефон йыя һандарҙы, тимәк, бөгөн ҙур хәрәкәт
34+тән таштуғайга аяҡтар тапайҙар асфальт
ҡала уҙенекен раҫлай, беҙ көтәбеҙ үҙгәреш
ҡараштар нығынды + күпме эшләнек күткәре
алды мәңгегә күптәрҙе, тыныс йоҡлағыҙ, егеттәр
беҙҙе хыял саҡыра кәҫәләр тулы өмөткә
үткәнде онотма, ҡалдыр үпкәләрҙе артта
барыһын иҫләгән һайын, хөрмәт кенә һеҙгә арта
кемдер эше менән, кемдер ауыр саҡта кәңәш
оҙаҡ күрешмәнек, бергә йыйылырға кәрәк
эш буйынса түгел, былай ғына һин шылтырат
юл төшһә, инеп сыҡ, нисек булһа ла йышыраҡ
барыһы төрлө тарафтан: кемгә өфө бейек ҡаттар
кемгә ҡазан, кемгә себер, кемдер уяна баймаҡта
инеп ултыр түрҙән, был донъя сырмалсыҡ
яҡшы әгәр булһа, дуҫың һинең хәлдәрҙе тыңлаусы

[ҡушымта]
әгәр билайн яуапһыҙ, ярҙамға килер мтс
әгәр бәләгә тарыһаң, дуҫтар, әйтерһең, мчс
ебәрәм «s.o.s.» + тимәк, бары булыр тигеҙ
мин ышанам һәр саҡ, минең өсөн дуҫтар килер
әгәр билайн яуапһыҙ, ярҙамға килер мтс
әгәр бәләгә тарыһаң, дуҫтар, әйтерһең, мчс
ебәрәм «s.o.s.» + тимәк, бары булыр тигеҙ
мин ышанам һәр саҡ, минең өсөн дуҫтар килер
[бөтөм]
һанһыҙ саҡрымдарҙа тарала меңләгән уйҙар
йыраҡ араларҙы тоташтыра оҙон юлдар
һин булырһың юлдаш һуңғы һулышҡаса
дуҫ тейеп өндәшәм, юҡ, булмайҙыр башҡаса



Random Lyrics

HOT LYRICS

Loading...