инсан (insan) - суперғаилә (superfamily) lyrics
[«суперғаилә» йырының һүҙҙәре]
[текст песни «суперғаилә»]
[куплет 1: инсан]
руль артында ҡайтып киләм, унда мине көтә ғаиләм
ҡайҙа йөрөһәм дә, беҙ бергә: мин + минең ҡәҙерле дүртәү
бына ҡайттым, улдарым ҡаршылай
ҡыҙым йүгереп килә, ҡосаҡлай
ниңә тиҙ үҫтегеҙ һеҙ шулай?
ваҡытты туҡтатып булмай
инде өҫтәл артында бергәләп
сәй эсәбеҙ, һөйләшәбеҙ бишәүләп
донъя ҡара, һыуытҡыста һаман тора һүрәттәре
атай көнөнә эшләгән бүләктәре
саҡ ултырам йәшереп
бәхетем күҙ йәштәрен
[ҡушымта: инсан һәм гөлниә]
беҙ бергә булғанда
тылсымлы көс тыуа
һәм беҙ, әйтерһең, суперғаилә
тормош юлдарын инде үтергә
бергә
беҙ бергә булғанда
тылсымлы көс тыуа
һәм беҙ, әйтерһең, суперғаилә
тормош юлдарын инде үтергә
бергә
[куплет 2: инсан]
беҙгә лә бер мәл хистәр һынауҙары аша үтергә тура килде
ҡатмарланды мөнәсәбәт, яраланды мөхәббәт
ләкин шул ҡараңғы тоннелдән сыҡтыҡ
бәхетле яҡтылыҡҡа етәкләшеп
аңланыҡ мөхәббәт ҡәҙерен
татыныҡ хистәрҙең үҫешен
ысын мөхәббәт бер ҡасан да үлмәй
кем бер нисә йыл йәшәй, ти[?], тимәк, ул ярата белмәй
киреһенсә, йылдан+йыл ул тик көсәйә генә
яратыусы бер көскә әйләнә
ә бер+береһен яратҡандар +
ысын супергеройҙар
[бридж: инсан һәм гөлниә]
беҙ бөтәбеҙ индек яңы тарихи ҡараңғыға
ләкин мөхәббәт көсө генә ярҙам итте унан сығырға
[ҡушымта: инсан һәм гөлниә]
беҙ бергә булғанда
тылсымлы көс тыуа
һәм беҙ, әйтерһең, суперғаилә
тормош юлдарын инде үтергә
бергә
беҙ бергә булғанда
тылсымлы көс тыуа
һәм беҙ, әйтерһең, суперғаилә
тормош юлдарын инде үтергә
бергә
беҙ, әйтерһең дә
суперғаилә
тик[?] бергә генә
суперғаилә
Random Lyrics
- amiccella & yellowbunny - click bait lyrics
- garry sidhu - with you lyrics
- callaway redd - optimus prime lyrics
- sobran causas - la última vez lyrics
- kayden - wayout lyrics
- psycho rhyme - moje jméno lyrics
- mashup-germany - california finale lyrics
- postcards - old song lyrics
- restwithoutrelaxation - blood on the bathroom mirror lyrics
- wolfgang petry - geh mir aus den augen (dj fosco remix) lyrics