azlyrics.biz
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

фил mc (fil mc) - белдереү 2 (the message 2) lyrics

Loading...

[куплет]
сәсән, ниндәйҙер өмөт сәскә, күрәһең
үтте нисә тиҫтә ғүмер, бер нимә үҙгәрмәгән
нимә күрһәтәләр, шуны күрәһең
бөтәһенә, кемдәр яуаплы, һөйләнәһең
өмөтләнәһең
ә һин үҙең нимә эшләнең?
дөрөҫ йәшәйһеңме?
нимә өсөн йәшәйһең?
кем өсөн йәшәйһең?
өйләндеңме?
тәрбиәләнеңме берәйһен?
хөрмәтләнеңме өлкәндәрҙе?
кәйефен күрҙеңме ғаиләңдең?
хәлен белдеңме атай-әсәйеңдең?
беләңме 17 быуынынды? тарихыңды, милләтең?
йома мәсеттә булдыңмы йә мәшәҡәттәрғә эләктең
көтөп ятҡансы киләсәкте?
башла эштәреңде иртәнсәктәр
ысын эштәрҙе ысын йөрәктән
хөрмәт итәсәктәр
телдән телгә даныңды, халҡыңды йөрөтәсәктәр
үткәндәр
һаман да көтәсәктәр
һәр кем үҙе өсөн, береһен дә кәрәкмәй йәлләү
прогресс берәү ҙә йөрөмәй баҫҡыстан йәйәү
вертикаль юҡ, тешләй йомарт
сығарып ташлай, йә эсендә йома
был һиңә йомаҡ
ҡушһа берәй, үрләрһең
бушҡа күрһәтәң йүләрлек
ни тиклем көрәшең, шул тиклем тиҙерәк күмәрҙәр
йәштәр инде күптән төкөрә ҡойоға
ололар йылы бүлмәләрендә ойоған



Random Lyrics

HOT LYRICS

Loading...