azlyrics.biz
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

s.e.r. (rus) - өс хәреф (three letters) lyrics

Loading...

[«өс хәреф» йырының һүҙҙәре]

[текст песни «өс хәреф»]

[куплет 1: s.e.r.]
таптым үҙемде, яҙмыш өс хәрефкә ебәргәс, һәм
дауам итергә минең бер сәбәп мең
юлға һуҙылған, йөҙ йырға бүленгән
яҙ яҙылғанда һәм йылмай үлемгә
кемгә нимә + тулы кеҫә? билдәлек?
ә һин беҙҙең кеүек хөрмәт кенә эҙләп килгәнде
тап бына + ҡалғандар табында
һаман табынам, һаман да абынам, әммә ниңәлер
ҡәләм башын эйеп ала ла, саба юлдан + яра туҙан
яҙам ҡан менән генә гелән яра тырнау яратыуҙан
үҙем үҙемә ҡаршы, көҙгөгә ҡарап һуҙам +
ҡал шундай ниндәй бар, барыһына ярап булмаҫ
мин тырышманым да, тырмаға дәрт менән
тыңламайым береһен, беләм, нимә тыңлаһам, әйтерҙәр
һәр йыр һуңғы һымаҡ, сөнки белмәйем, һуңғыһы ҡасан
батыр булып бөгөн йә иртәгә булып насар ҡәбергә

[ҡушымта: тимур ямалов һәм s.e.r.]
иҫеңдә ҡалдыр ошондай
мине һин ғүмерлеккә, йәме
берҙе килеп эләккәйнем
һаман да булмай ысҡынып
һүҙ + мөғжизә, тимәк, мин юлда тылсымлы
йыр ҡатмарлы, үҙем ябай, юҡҡа ысынмын
тип әйтмәм, өҙһәм ҡанаттарым
нисек бар, шулай булам, йөҙ ҡабатланым
[куплет 2: s.e.r.]
тыңла баш һелкеп йә һүндер бөтөнләй йәме
тыңлауһыҙ аяҡ аҫтында бөттө әйләнеп
һеҙҙең хатта түңкәрергә лә көс етмәгән нәмә
рэп өс хәрефтән күберәк, һуң көсөктәр беләме?
яңы мәктәптәре уҡырға өйрәтмәй
ә мин һәр йырҙы өҙәм ҡул менән йөрәктән
хистәрем булһын, тип, тәрән
ләкин был ни бары уйын, әгәр
әгәр яҙмыш булмаһа, бар ғүмерем бер ҙур хата, тимәк
һайланмаған хоҙай тарафынан, әммә ялған тимә
мин сәйнәгәндә микроны, ҡотора икән ниңә һуң дауыл?
беләм, рэп бар ине миңә тиклем һәм булыр минән һуң да ул
ҡом сәғәттәрҙең хәҙер өҫтө еңел, төбө йөк
шатланма, һин түгел, килде ваҡыт һәм еңелде бөйөк
һис ҡабатланмаҫ, мин иҫке үҙемде алып йыртам
дәфтәргә ҡәләм осонан, зинһар, яңы йыр, там

[бридж: әлфинә йәнгирова]
йыр, там, йыр, там
я+я+яңы йыр, там
йыр, та+а+а+ам
йыр, там, йыр, там
я+яңы йыр, там
йыр, там, йыр, там
я+я+яңы йыр, там
йыр, та+а+а+ам
йыр, там
йыр, там
[ҡушымта: тимур ямалов һәм s.e.r.]
иҫеңдә ҡалдыр ошондай
мине һин ғүмерлеккә, йәме
берҙе килеп эләккәйнем
һаман да булмай ысҡынып
һүҙ + мөғжизә, тимәк, мин юлда тылсымлы
йыр ҡатмарлы, үҙем ябай, юҡҡа ысынмын
тип әйтмәм, өҙһәм ҡанаттарым
нисек бар, шулай булам, йөҙ ҡабатланым

[бөтөм: тимур ямалов]
(+вокализ+)



Random Lyrics

HOT LYRICS

Loading...