azlyrics.biz
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

yalaguy - йөрәгем тауышы (the voice of my heart) lyrics

Loading...

[ҡушымта: зәлифә ягудина һәм тимур абзалов]
зинһар, һүндермәле ялҡын
мейесеңә ырғыт утын
сөнки хоҙай ғына белә
һинең йәнең эштәр хаҡын
аңғармаҫтар, юғалһаң да
ҡайнар йөрәгең тауышын
әммә һүндермәле ялҡын –
мейесеңә ырғыт утын

[куплет 1: yalaguy (һәм тимур абзалов)]
ә мин юғалырмын бынан
ә был танцпол мәңге яныр
әйләнермен йыһандарға –
был юлдарҙы йыуыр ямғыр
тәмле төштәр һин теләмә
һылыу, яндарыма ултыр
һинең асыҡ йылмайыуың
йөрәгемә ниҙер һалды…
бүләгемде, зинһар, алсы
бына ваҡыт аманаты
ғәфү итсе бар хаталар
мин дә ябай әҙәм заты
ҡосаҡлаһам һине яңлыш
яуап ҡайтармасы ҡаты
был ҡалала яңғыҙлыҡтан
күрәһең, юғалтам башты…

[бридж 1: зәлифә ягудина]
ә мин юғалырмын бынан
ә был танцпол мәңге яныр
әйләнермен йыһандарға –
был юлдарҙы йыуыр ямғыр
тәмле төштәр һин теләмә
һылыу, яндарыма ултыр
һинең асыҡ йылмайыуың
йөрәгемә ниҙер һалды…

[ҡушымта: зәлифә ягудина һәм тимур абзалов]
зинһар, һүндермәле ялҡын
мейесеңә ырғыт утын
сөнки хоҙай ғына белә
һинең йәнең эштәр хаҡын
аңғармаҫтар юғалһаң да
ҡайнар йөрәгең тауышын
әммә һүндермәле ялҡын –
мейесеңә ырғыт утын
зинһар, һүндермәле ялҡын
мейесеңә ырғыт утын
сөнки хоҙай ғына белә
һинең йәнең эштәр хаҡын
аңғармаҫтар юғалһаң да
ҡайнар йөрәгең тауышын
әммә һүндермәле ялҡын –
мейесеңә ырғыт утын

[куплет 2: yalaguy (һәм тимур абзалов)]
мин йәшәргә яратамын
ә һин шуны аңламайһың
тәрән хистәр ҡалдырам тип
үҙ донъяны онотамын
бүләк итәм көндәремде
күрәм ғүмерем аҙағын
әйҙә ҡалһын ижад, ҡалһын
алһын йөрәк ярһыуҙарын

[куплет 3: yalaguy]
бирсе миңә beat
мин сумамын уға һәм эшләйем, ҡара, текә башҡортостан double time
ҡытай сәйең, дуҫым, кәрәк түгел
етә ҡарағат япрағы lime
йәнем әйтә, бирсе миңә ваҡыт
мейе тағы ҡысҡыра
китсе, ниңә тораң әле һаман ябыҡ ишектәрҙе бушҡа шаҡып
тойсы, иптәш, йәнем хаҡын
умырзая кеүек тишә был өмөттөң яҙҙың ауыр ҡарын

[бридж 2: зәлифә ягудина]
мин йәшәргә яратамын
ә һин шуны аңламайһың
тәрән хистәр ҡалдырам тип
үҙ донъяны онотамын
бүләк итәм көндәремде
күрәм ғүмерем аҙағын
әйҙә ҡалһын ижад, ҡалһын
алһын йөрәк ярһыуҙарын

[ҡушымта: зәлифә ягудина һәм тимур абзалов]
зинһар, һүндермәле ялҡын
мейесеңә ырғыт утын
сөнки хоҙай ғына белә
һинең йәнең эштәр хаҡын
аңғармаҫтар юғалһаң да
ҡайнар йөрәгең тауышын
әммә һүндермәле ялҡын –
мейесеңә ырғыт утын
зинһар, һүндермәле ялҡын
мейесеңә ырғыт утын
сөнки хоҙай ғына белә
һинең йәнең эштәр хаҡын
аңғармаҫтар юғалһаң да
ҡайнар йөрәгең тауышын
әммә һүндермәле ялҡын –
мейесеңә ырғыт утын



Random Lyrics

HOT LYRICS

Loading...