azlyrics.biz
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

йыртҡыs (jyrtqys) – тубыҡлан (kneel) lyrics

Loading...

[intro]
бер, ике
бында йыртҡыs
был рэп минең хэйтерҙарға, мине күрә алмағандарға…
был рэп рэп тураһында
ҡыҫҡаһы, ысынбарлыҡ, икенсе төрлө булыуы ла мөмкин тугел
сөнки был йырҙар ысынбарлыҡ
ялғанға юл юҡ… әйҙә киттек

[куплет 1]
бында тағы йыртҡыs уйнай һинең ҡолағыңда
ҡында ҡылыс әҙер уйнарға дошман муйынында
ҡанда йоҙроҡ тыныс ләкин мин көлөү тойһам да
ҡапла бер ҡолаҡты – тиштем үтәнән-үтә хирург булмаһам да
уйҙар ашыға алдан, ҡәләм тотмайса яҙам
был һәләт бала саҡтан – мин сихырсы гарри поттер
хэйтерға соҡор ҡаҙам, ҡайнай күҙҙе, ҡаплай ҡан
әйләнәм йыртҡыс бүрегә, әйтерһең, тейлор лотнер
тупаҫ егет һинең ҡалаңа өфөнән нисә саҡрым – әйт миңә
һәм нисә сәғәт юлға китә
бәйләнештә яҙыуҙарың көйҙөрә мине –
күрәһең томшоғоң минең аяҡты һағынып көтә
баҫ ҡаршыма – һин һиҙерһең нисек күкәйҙәрең
ергә төшөп, сереп, һаһып, сатнап шыйыҡса булып ағыр
күҙгә ҡара – әйт селтәрҙәге һүҙҙәреңде – һиҙерһең
ауыҙың ҡалтырап өн сығармаҫһың, әйтерһең, яңы тыуған бала

[ҡушымта]
ал миҙал, эл муйыныңа
һоҡлан рэп уйыныңа
тубыҡлан минең алдымда
башың кәүҙәңдән айырылды –
тибеп аттым һиҙмәй ҡалдың да
ал миҙал, эл муйыныңа
һоҡлан рэп уйыныңа
тубыҡлан минең алдымда
башың кәүҙәңдән айырылды –
тибеп аттым һиҙмәй ҡалдың да

[куплет 2]
ниндәй яңы башҡортса рэп?!!
беренсе класс балаһы шиғырҙы төплөрәк яҙа
башың кеүек буш һинең һүҙлек
мин һинең кеүектәргә тот-тотторам әлифба
андеграунд икән һин – ер аҫтында һуҡыр сысҡан
мин – бейек ярҙа башҡорт ҡошо – ыласын
рифмалар һинең ҡара шаҡмаҡ бысраҡ – малевич картинаһы
минең рэп – башҡорт заман ҡобайыры ысын
баттл 2012 – иҫлә, тыңлаусы –
минең рифмалар кемгәлер етмәне оҡшап
улай икән – тимати, богдан титомир – һеҙҙең рэп iq
минең панчтар тонна
рэп-кимәл – 2pac, eminem, ice cube
башбармаҡ 2012 – ҡайҙа һеҙ булдығыҙ, рэперҙар?!
бәйләнештәге текә егеттәрҙе күрмәнем сәхнәлә
ҡалған ине һуңғы һынау, таптың һылтау, ҡалҡты ҡурҡыу
һинең рэп йәшәп үләсәк интернет селтәрҙә

[ҡушымта]
ал миҙал, эл муйыныңа
һоҡлан рэп уйыныңа
тубыҡлан минең алдымда
башың кәүҙәңдән айырылды –
тибеп аттым һиҙмәй ҡалдың да
ал миҙал, эл муйыныңа
һоҡлан рэп уйыныңа
тубыҡлан минең алдымда
башың кәүҙәңдән айырылды –
тибеп аттым һиҙмәй ҡалдың да

[куплет 3]
йыртҡыs-тың рэп true – ысынбарлыҡ ул
ҡара көстәргә,түрәләргә ҡаршы ҡорал
илһам ҡошо елпә көн һайын, рэп – минең аҙыҡ
эйәртеп халыҡ төҙөү әрме – минең хыял
һинең һүҙҙәр ялған, утта янған ҡоро ағас
“мин башҡорт” тип ҡысҡыраһың ауыҙ асып
ҡайҙа һеҙ? тик күрмәйем бер ҙә башҡорт майҙанға сыҡһа
погонһыҙ, миҙалдарһыҙ геройҙар ул һеҙҙең асыу
ялҡытты төркөмдөң [?] ҡытай продукция – һеҙҙең яңы студия
ижадың ҡоро һөйәк бар, минең ашҡаҙан һорай бер ҡаҙан ит
башрэперҙар хәҙер урлай, бер-береһенең [?] копия
йыртҡыs-тың америка-германо-башҡортса стиль
маҡтаны түгел, минең стиль хэйтер [?]
мониторҙан һелтәмә бысраҡ ҡарап әйт ҡаршыма
хөрмәт кем тыңлай минең яҙманы, йыртҡыs быны бушҡа яҙманы [?]
яңғыҙ сыҡһа береһенең артында, тимәк, бушҡа түгел

[ҡушымта]
ал миҙал, эл муйыныңа
һоҡлан рэп уйыныңа
тубыҡлан минең алдымда
башың кәүҙәңдән айырылды –
тибеп аттым һиҙмәй ҡалдың да
ал миҙал, эл муйыныңа
һоҡлан рэп уйыныңа
тубыҡлан минең алдымда
башың кәүҙәңдән айырылды –
тибеп аттым һиҙмәй ҡалдың да



Random Lyrics

HOT LYRICS

Loading...