rena rnt – барыбер (anyway bashkir version) lyrics
меңләп фекерҙәр көн һайын мине баҫтыра
һәр бер кеше үҙенекен аңлатырға тырыша
күңел асырға бер кемдән дә оялма;
буш урындар күп, әйҙә ултыр, дуҫым, яныма
һәр бер нәмәгә ҡыуанып беҙ онотолдоҡ
бәхет ҡошон тырыштыҡ, ләкин тота алманыҡ
“башҡорт” тип күкрәк һуғыуҙар беҙҙе ялҡытты
бергәләп яңы юлдар табырға ваҡыт етте
(x2)
барыбер кем нимә әйтә:
юлыңды күңел күрһәтә
бергәләп дуҫтарым, ғаиләм;
барам мин донъя яуларға
һәр заманда ла булыр өр яңы талаптар
уратҡандар һәр ваҡыт нимәлер һинән һорар
еңеп сығырһың, һин бүлмәһәң ихтибар
шул саҡта бөтән ерҙән һинең һүҙең яңғырар
юғары һүҙҙәрҙе һөйләү заманы үтте
кескәй аҙымдар эшләү ваҡыты инде етте
һинең сәйәсәтте йәштәр бәлки һайламаҫ
күптәр һинең һайлаған юлыңды аңламаҫ
(x4)
барыбер кем нимә әйтә:
юлыңды күңел күрһәтә
бергәләп дуҫтарым, ғаиләм;
барам мин донъя яуларға
Random Lyrics
- velanit – forgot lyrics
- blackwinterwells – metallurgy lyrics
- thúy nga – vào miền nam lyrics
- überraschungsfick – nullhummer lyrics
- the jeffrey lewis & peter stampfel band – i spend the night in the wax museum lyrics
- kwes e – first lyrics
- daniela rathana – farstaglitter lyrics
- eva noxious – ride for you lyrics
- rowlf the dog – i never harmed an onion lyrics
- lord gasp – recoil lyrics